Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Көслө яман түгел, үсле яман

Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы.

Көслө яман түгел, үсле яман
Көслө яман түгел, үсле яман

Тыйнаҡтың ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
Ҡатын-ҡыҙҙың эшләгән эше күренмәй, ул эшләмәһә - күренә.
Кешене күҙәт тә үҙеңде төҙәт.
Яҡшы кеше күргән яҡшылығын һөйләр, яман кеше күргән яҡшылығын да яманлыҡ итеп һөйләр.
Яҡшылыҡ итергә ҡулыңдан килмәһә, уҫаллыҡ итмә: был да бер яҡшылыҡ.

Эше төшһә - үҙ кеше, эше бөтһә - ят кеше.
Көслө яман түгел, үсле яман.
Һиңә бирелгән ике ҡолаҡ, бер тел: ике тыңла, бер һөйлә, ҡалғанын үҙең бел.
Алтының менән маҡтанма, аҡылың менән маҡтан.

Кешене хур тотма, үзеңде ҙур тотма!
Ҡомһоҙлоҡ бер ишектән инһә, бәхет икенсе ишектән сығып китә.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: