Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар , 10:45

«112 – Кисектергеһеҙ ярҙам» мобиль ҡушымтаһы

Башҡортостан халҡы ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн «112 – Кисектергеһеҙ ярҙам» мобиль ҡушымтаһын ҡуллана ала. Уның ниндәй мөмкинлектәргә эйә булыуын Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Ҡушымта ярҙамында кәрәкле хеҙмәтте телефон аша шылтыратыуһыҙ саҡыртып була. Һеҙҙең мөрәжәғәт автоматик рәүештә 112 системаһына тапшырыла. Уға фото һәм видеоматериалдар беркетергә мөмкин.

Ҡушымта төрлө хеҙмәттәргә тиҙ арала кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, һеҙ үҙегеҙҙең һаулыҡ торошо - ҡан төркөмө, аллергия бармы-юҡмы, ниндәй сирҙәрегеҙ бар, инвалидлыҡ булыуы хаҡында ентекле мәғлүмәт бирә алаһығыҙ.

Әгәр ваҡиғаның теүәл адресын белмәһәгеҙ, геолокация координаттарҙы билдәләргә ярҙам итә. Шулай уҡ адресты ҡулдан үҙегеҙ төҙәтә алаһығыҙ.

Мобиль ҡушымтаны телефонға Google Play, App Store, Ru Store системаларынан күсереп алырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: