Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Май , 16:55

Йәлләп зыян килтермәҫмеҫбеҙме?

Яңыраҡ  тәбиғәт яратыусы яҡташыбыҙ үҙе төшөргән айыу балаһы фотоһын социаль селтәрҙә  һалғайны.

Йәлләп зыян килтермәҫмеҫбеҙме?
Йәлләп зыян килтермәҫмеҫбеҙме?

Күрәһең, ул ташҡын ваҡытында инәһенән айырылып ҡалған булған. Йылға яры буйлап сабыйҙарса илап йөрөгән йәнлекте йәлләүселәр ҙә күп булған. “Башҡортостан” милли паркы ҡурсаулығына ваҡытлыса тапшырырға, тигән фекер ҙә яңғыраған.

Ҡырағай тәбиғәттә барыһы ла беҙ уйлағанса түгел. Мәҫәлән, кемдер икмәк буханкаһын ташларға кәрәк ине, тиҙәр. Был ризыҡ уның өсөн ғәҙәти түгел, йәш йәнлектең эсәк-ҡан системаһы нығынмаған.  Асыҡҡан өс айлыҡ айыу балаһы уны ашаһа, эсәк әйләнеше барлыҡҡа килеп үлеүе ихтимал. Вольерҙа аҫралған айыуҙар кешегә тиҙ эйәләй, тиҙ арала «кеше - ул аҙыҡ, уйын һәм наҙ сығанағы»тигән фекергә күнегә.

Айыуҙарҙың  тауыш ишетеү, еҫ һиҙеү сығанағы кешенекенән күпкә яҡшы. Шуға ла ҡырағай тәбиғәттә инәһен табыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Йәлләп зыян килтермәҫмеҫбеҙме?
Йәлләп зыян килтермәҫмеҫбеҙме?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: