Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Апрель , 09:53

Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшөн тамамларға вәғәҙә бирҙе

10 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетен ҡараны һәм унда дини объект төҙөлөшөн тамамлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсет 2006 йылда төҙөлә башлағайны. 2012 йылға тиклем был эште төрлө инвесторҙар финансланы.

Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшөн тамамларға вәғәҙә бирҙе
Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшөн тамамларға вәғәҙә бирҙе

2012 йылда төҙөлөштө дауам итеү өсөн Башҡортостан мосолмандараның Диниә назараты «Урал» хәйриә фондына мөрәжәғәт итте. 2016 йылдың йәйендә финанслау инвестор һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәкселеге араһында килеп тыуған финанс-хужалыҡ бәхәсе менән бәйле рәүештә туҡтатылды.

2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетендә төҙөлөштө яңыртыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Кисә мәсетте ҡараған ваҡытта хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев Радий Хәбировҡа мәсеттең терәк һәм ҡойма конструкцияларын, шулай уҡ инженер селтәрҙәрен комплекслы тикшереү һөҙөмтәләре тураһында әйтте.

Республика Башлығы уға барлыҡ төҙөлөш эштәренең этаплы планын тәҡдим итергә һәм эш кәңәшмәһендә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре, инвесторҙар һәм ҡыҙыҡһынған яҡтар менән берлектә мәсет тирәһендәге биләмәне үҫтереү проектын тикшерергә ҡушты.

«Беҙ инде билдәле бер ваҡыт мәсет менән шөғөлләнәбеҙ. Әгәр теләһәгеҙ, был  минең һайлау алдынан беренсе вәғәҙәм тип иҫәпләгеҙ – киләһе срокка мәсетте төҙөп бөтөргә. Ошо ваҡыт эсендә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Бинаны тикшереүгә күп ваҡыт сарыф ителде. Һөҙөмтәләр проблемалар барлығын асыҡланы. Дөйөм алғанда, конструкциялар һәм көмбәҙҙең бөтөнлөгө һаҡланған. Проект-смета документтары өлөшләтә урланған, юғалған йәки яраҡһыҙ хәлгә килгән. Беҙ уны тулыһынса тергеҙҙек, экспертиза үтте һәм хәҙер беҙҙә был объектты төҙөргә мөмкинлек биргән юридик документ  бар», – тине Радий Хәбиров.

Ураҙа байрамын яҡшы кәйеф менән ҡаршылайым, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Бында килеү өсөн беҙ тап Ураҙа байрамы көнөн һайланыҡ, Аллаһтың фатихаһы менән ошо эште башларға ниәтләнек. Быны изге билдә тип иҫәпләйем. Беҙ башлаған эште ярты юлда ташламайбыҙ, аҙағынаса еткерәбеҙ, шулай итеп, Аллаһ ярҙамы менән ошо изге тотонорға булдыҡ, шуға ла кәйефем яҡшы», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-10/glava-bashkirii-poobeschal-dostroit-sobornuyu-mechet-ar-rahim-3722326

Автор:
Читайте нас: