Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан бер туған ағалы-энеле алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә

Көйөргәҙе районынан бер туған ағалы-эне махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Республикаға идара итеү үҙәге «Көйөргәҙе» гәзитенә һылтанып хәбәр итеүенсә, «Шайтан» позывнойлы яугир Авдеевка йүнәлешендәге штурм подразделениеһында һуғыша, ә кесеһе, «Рафа», Кременчугта дошман миналарын зарарһыҙландыра.

Башҡортостандан бер туған ағалы-энеле алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә
Башҡортостандан бер туған ағалы-энеле алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә

Яугирҙәрҙе өйҙә ғаиләләре көтә: «Шайтан»дың студент улы һәм ете класта уҡыған ҡыҙы, «Рафа»ның үҫеп еткән улдары һәм фармацевҡа уҡып йөрөгән ҡыҙы.

«Ирем үлгәндән һуң мин улдарымдың алтын ҡулдарына һәм оҫталығына таянып йәшәй инем. Улар бала саҡтан спорт һәм техника менән мауыға. Мәктәптә көрәш менән шөғөлләнделәр, йыл да һабантуйҙа сығыш яһап, бүләкһеҙ ҡайтмайҙар ине. Ә техниканы нисек ярата улар! Был уларға атаһынан күскән. Өлкән улым алты йәшендә, атаһының алдына ултырып, машина йөрөтөргә өйрәнде. Аҙаҡ улдарым тракторҙа, йөк машинаһында,  экскаваторҙа йөрөнө. Тәмле итеп икмәк тә бешерә белә улар. Бер ҡасан да эштән ҡайтҡанымды көтөп ултырманылар, өй эштәрен үҙҙәре башҡарып ҡуя торған инеләр!», — ти яугирҙәрҙең әсәһе Сәриә Сәмәрҙән ҡыҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-04-10/rodnye-bratya-iz-bashkirii-sluzhat-na-peredovoy-3683052

Автор:
Читайте нас: