Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март , 15:08

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро башланды

Рәсәйҙә берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда биреү осоро башлана, тип хәбәр итә Мәғариф министрлығы. 22 апрелгә тиклем 3000-гә яҡын уҡыусы һынау тота. Бөгөн сығарылыш уҡыусылары география һәм әҙәбиәт фәндәренән тапшыра.

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро башланды
Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро башланды
26 мартта – рус теленән, 29 мартта – база һәм профилле кимәлдәге математиканан, 2 апрелдә – биология, физика һәм сит телдәрҙән (яҙма өлөш), 5 апрелдә – сит телдәрҙән (телдән), 9 апрелдә –  йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатиканан, 12 апрелдә тарихтан һәм химиянан. 15 апрелдән 22-нә тиклем – барлыҡ предметтар өсөн резерв көндәр.

Популяр дисциплиналар иҫәбендә – рус теле, база һәм профилле кимәлдәге математика, йәмғиәтте өйрәнеү, биология һәм инглиз теле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро етди сәбәптәр буйынса төп осорҙа имтихандарҙа ҡатнаша алмаған сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-22/v-bashkirii-nachalsya-dosrochnyy-period-sdachi-ege-3696891

Автор:Ләйсән Закирова.
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.
Автор:
Читайте нас: