Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май , 17:49

Башҡортостан төҙөкләндереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе тип танылды

Башҡортостан төҙөкләндереү кимәле буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәре иҫәбенә инә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында Дәүләт Думаһы депутаты, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаев белдерҙе.

Башҡортостан төҙөкләндереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе тип танылды
Башҡортостан төҙөкләндереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе тип танылды
«Бөгөн республика Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса төҙөкләндереүгә (шул уҡ ҡыйыҡтар, подъездар) бик күп көс һала. Илдә бындай төбәктәр аҙ. Беҙ ҡала мөхите буйынса алдынғы өсәү-бишәү иҫәбендә — Мәскәү өлкәһе һәм башҡалар менән бергә», — тине спикер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров тәҡдим иткән «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 2019 йылдан 1326 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Ошо маҡсатҡа биш йылда 6,2 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән.

Йыл һайын төҙөкләндереү халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, атап әйткәндә, 2023 йылда — 50 мең, ә программа ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып  400 меңдән ашыу кеше уның һөҙөмтәһен тойған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-07/bashkiriya-nazvana-odnim-iz-luchshih-regionov-rossii-po-blagoustroystvu-3757287

 
Фото:Олег Яровиков.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: