Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май , 11:53

Иртәгә, йәғни 8 май көн бер минутлыҡ тынлыҡтан башлана

Башҡортостанда 8 май иртәһе бер минутлыҡ тынлыҡтан башлана. «Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә» арналған тантана урындағы ваҡыт менән 11 тула 10 минуттан 12-се 20 минутҡа тиклем дауам итәсәк.

Иртәгә, йәғни 8 май көн бер минутлыҡ тынлыҡтан башлана
Иртәгә, йәғни 8 май көн бер минутлыҡ тынлыҡтан башлана

Һәләк булғандарҙы эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, тамаша һәм спорт залдарында йәки асыҡ һауала ла бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға мөмкин. Акцияла теләге булған һәр кем, республика ҡала һәм райондарының барлыҡ ойошмалары ҡатнаша ала.

«Ҡатнашыусыларға кейемдәре өҫтөнән үҙенең Еңеүсе һалдаты фотоһы менән бейдж һәм Георгий таҫмаһы тағырға, шул рәүешле уға ихтирам, тирә-йүндәгеләргә гражданлыҡ позицияңды һәм Еңеү көнөнә ҡарата мөнәсәбәтеңде күрһәтергә кәңәш ителә», — тип һөйләнеләр «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-06/v-bashkirii-minutoy-molchaniya-nachnetsya-utro-8-maya-3756334

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: