Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май , 17:46

Владимир Путин Рәсәй президенты вазифаһын ҡабул итте

7 майҙа Мәскәүҙә, Ҙур Кремль һарайында Рәсәй президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙҙы. Был иһә илдең яңы тарихында президенттың һигеҙенсе, Владимир Путин өсөн бишенсе инаугурация. Шулай итеп, бөгөндән яңы президентлыҡ срогы башлана, ул 2030 йылға тиклем дауам итә.

Владимир Путин Рәсәй президенты вазифаһын ҡабул итте
Владимир Путин Рәсәй президенты вазифаһын ҡабул итте

Рәсәй Федерацияһы Конституция суды рәйесе Валерий Зорькин Владимир Путиндан ант биреүен һораны.

Дәүләт башлығы Конституцияға уң ҡулын ҡуйып, ант бирә:

«Рәсәй Федерацияһы президенты вәкәләтен башҡарғанда, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иркен ихтирам итергә һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үтәргә һәм яҡларға, дәүләт суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант бирәм».

Владимир Путин Рәсәй президенты вазифаһын ҡабул итте, һайланып ҡуйылған дәүләт башлығы тантаналы шарттарҙа хөкүмәт, парламент ағзалары, Конституция суды судьялары, башҡа власть вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре алдында ант бирҙе.

Рәсәйҙең дәүләт гимны яңғырай, ә был ваҡытта Кремлдә президент резиденцияһының көмбәҙе өҫтөндә дәүләт башлығы штандарты күтәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-07/vladimir-putin-vstupil-v-dolzhnost-prezidenta-rossii-3757141

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: