Яңы система халыҡ сиратта ултырмаһын, ә үҙенә уңайлы ваҡытта килһен өсөн кәрәк.
Ҡабул итеүгә:
- сайтта: vk.cc/cw2ZkU.
- күрһәтелгән телефондар аша: 8 (347) 222-22-00, 8 (347) 222-22-55 (дүшәмбе-шәмбе сәғәт 08:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем), 8 (347) 295-38-39 (дүшәмбе-йома 8 сәғәт 30 минуттан 17 сәғәт 15 минутҡа тиклем).
- клиенттар офисында электрон сират терминалы ярҙамында яҙылырға була.
Башҡортостанда бөтәһе 68 клиент офисы бар. Офистар республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә асылған, шул иҫәптән Өфөлә - 9 офис бар. Бүлексәләрҙең адрестары — ошонда: vk.cc/cw2Zpl.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге офистарында халыҡ:
- берҙәм түләү документына ингән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ түләй;
- иҫәпләү мәсьәләләре буйынса консультация ала;
- түләү документын формалаштыра;
- иҫәп приборҙарына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә ала.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан