ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май , 05:57

Рәсәй банкы «Хеҙмәт батырлығы ҡалалары» серияһындағы яңы 10 һумлыҡ тимер аҡса сығарҙы

Серияны Пермь, Һамар, Һарытау һәм Томск ҡалалары һүрәтләнгән тәңкәләр тулыландыра.

Уларҙың диаметры 22,0 мм түңәрәк формаһында. Тәңкәләрҙең алғы яғында түңәрәк буйлап өҫкө өлөшөндә “Рәсәй банкы”, аҫҡы өлөшөндә “2024” тип яҙылған. Һулда һәм уңда лавр һәм имән ботаҡтары һүрәттәре урынлашҡан. Үҙәктә “10” һаны һәм уның аҫтында тәңкә номиналын билдәләүсе “РУБЛЕЙ” яҙыуы урынлашҡан. Цифр эсендә “10” һаны төрөндә «0» рәүешендәге һаҡланыу элементы бар.

Башинформ хәбәр итеүенсә, 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына - көмөш, ә 2025 йылда Өфөгә хеҙмәт батырлығы ҡалаһы булараҡ бағышланған ҡиммәтле булмаған металдарҙан эшләнгән тәңкәләр сығарыу планлаштырыла.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: