Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы кәңәштәр

Иғтибарығыҙға көнкүреште ябайлаштырырға, ваҡытығыҙҙы һәм яҡшы кәйефте һаҡларға ярҙам итәсәк бәләкәй хәйләкәрҙәр исемлеген тәҡдим итәбеҙ

Файҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр
  1. Көҙөн, ҡышын һәм яҙын һыуланған аяҡ кейеме проблемаһы менән йыш осрашырға тура килә. Аяҡ кейемендәге артыҡ дымды тиҙ арала бөтөрөү өсөн, эскә содалы бәләкәй генә тоҡсай һалырға мөмкин. Матдә һыуҙы һеңдерә һәм бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймай.
  2. Әгәр бәлеш бешерергә кәрәк булһа, ә йомортҡа юҡ икән, магазинға йүгерергә кәрәкмәй. Уны банан менән алмаштырырға мөмкин. Бер йомортҡа таҙартылған емештең яртыһына тиң.
  3. Әгәр һеҙ төнөн сағыу төштәр күрергә теләһәгеҙ, йоҡлар алдынан бер стакан алма һуты эсергә кәңәш ителә. Емештә кеше төҫлө төш күрә торған матдәләр бар.
  4. Туҡымалағы майлы таптарҙан ҡотолоу өсөн уға һауыт-һаба йыуыу өсөн ябай шыйыҡса һалырға һәм төнгөлөккә ҡалдырырға кәрәк. Иртәнсәк, ғәҙәттәгесә, сепрәктәрҙе машинкала йыуырға.
  5. Әгәр серәкәй тешләһә, металл ҡалаҡты йылытып, ҡыҙарған урынға һалырға кәңәш ителә. Әммә ҡалаҡтың бик эҫе булмауын күҙәтергә кәрәк.
  6. Телде ныҡ бешергәндә шәкәр ярҙам итәсәк. Бер сәй ҡалағы татлы ризыҡты ауыҙҙа тотоп торорға кәрәк.
Автор:Дина Ишматова
Читайте нас: