Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле булыу сере

Матур уйҙар менән йәшәйек, дуҫтар!

Бәхетле булыу сере
Бәхетле булыу сере

* Йышыраҡ йылмайығыҙ. Йылмайыу - үҙеңде бәхетле тойоуҙың тәбиғи ысулы.
* Ыңғай фекерләгеҙ. Әгәр на­сар кәйефтә булһағыҙ, хә­йерле уйҙарға ҡайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгеҙ, сөнки был һеҙҙең бәхетегеҙ һәм уңышығыҙ өсөн кәрәк.
* Күп китап уҡығыҙ. Белем­дә — көс.
* Башҡаларға ярҙам итегеҙ. Кешегә ярҙам итеп, һеҙ уны башҡаларға ярҙам итергә өндәйһегеҙ, үҙегеҙгә изгелек алаһығыҙ. Ҡыйын хәлгә тары­ғанда, бәлки, улар ҙа һеҙгә яр­ҙам итер.
* Көн һайын проблемаларҙы тикшерергә ваҡыт бүлегеҙ. Шул рәүешле көсөгөҙҙө мөмкин тик­лем һөҙөмтәле файҙалана алаһығыҙ. Был үҙ сиратында һеҙҙе бәхетле итәсәк.
* Яҡшы, рәхәт тормоштоң нимәнән торғанын аңлағыҙ һәм әкренләп ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн аҙымдар яһай башлағыҙ. Донъялағы иң ҡыуаныслы нәмә - ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу һәм маҡсатҡа өлгәшеү.
* Күберәк сәйәхәт итегеҙ. Яңы урындар күреү кешегә ыңғай энергия бирә.

Бәхетле булыу сере
Бәхетле булыу сере
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: