Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Кәзә һаҡалы үләнен йыйып өлгөрөгөҙ

Кәзә һаҡалын (русса уны первоцвет весенний, примула тип йөрөтәләр) беҙ бала саҡта, тәмле булғаны өсөн ашай торғайныҡ. Ә ул файҙалы ла икән. Составында сапонин,флавоноидтар, эфир майҙары, кремний, аскорбин кислотаһы, каротин булған был шифалы үлән һейҙек ҡыуыу, тын юлдары, быуын сирҙәренән дә ҡулланыла. Үләндең ҡайһы өлөшө файҙалы һуң? 

Кәзә һаҡалы үләнен йыйып өлгөрөгөҙ
Кәзә һаҡалы үләнен йыйып өлгөрөгөҙ

1-2 япрағын ашаһағыҙ, организмды бер тәүлеккә етерлек С һәм А витаминдары менән байытаһығыҙ. Авитаминоз булғанда кәзә һаҡалының кипкән япраҡтарынан эшләнгән порошокты ҡулланалар, сәй итеп тә эсәләр.

Ҡоро йүтәл булғанда был үлән айырыуса файҙалы. Эс ҡатҡанда, көслө баш ауыртыуы булғанда ла ҡулланалар. Быуындар һыҙлағанда ауыртыуҙы баҫа.

Грипп, тымау менән силәгәндә, хроник бронхит булғанда тамырын, сәскә-япраҡтарын төнәтеп, көнөнә 3-4 мәртәбә ярты стакан эсергә кәрәк.

Кәзә һаҡалы үләнен йыйып өлгөрөгөҙ
Кәзә һаҡалы үләнен йыйып өлгөрөгөҙ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: