ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Баҡса еләген тәрбиәләү

Еләк үҫтереүселәр өсөн белгестәр биргән бер-нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалыу файҙалы булыр.

Баҡса еләген тәрбиәләү
Баҡса еләген тәрбиәләү

Еләк үҫтереүселәр өсөн белгестәр биргән бер-нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалыу файҙалы булыр. Улар мул уңыш алыу өсөн түтәлдәрҙе ҡороған япраҡтарҙан, башҡа сүп-сарҙан таҙартып, рәт араларын йомшартырға, ҡоротҡостарға ҡаршы төрлө саралар үткәрергә, ерҙе ашларға кәрәклеген белдерә.

1 стакан көлгә 1-2 литр ҡайнар һыу ҡойғас, һыуытырға ла, 2 грамм марганцовка,  2 грамм бор кислотаһы, 1 аш ҡалағы йод өҫтәп, япраҡтарға һибергә. Был ҡатнашма үҫентеләр өсөн яҡшы ашлама, ҡоротҡостарҙы бөтөрөү өсөн бына тигән сара ла булып тора.

1 литр тауыҡ тиҙәген 10 литр һыуҙа иретергә һәм өс көн мискәлә тоторға кәрәк. Уны 1:20 иҫәбенән еләктәрҙең төбөнә һибеп сығырға кәңәш ителә.

Үҫентеләр өсөн сүпрә лә файҙалы. Бының өсөн икмәкте 6-10 көн самаһы һыуҙа әсетәләр ҙә, ҡатнашманы 1:10 иҫәбенән еләктең төбөнә ҡоялар.

Йәш кесерткәнде йыйып һыуға һалырға һәм өҫтөн марля менән ябып ҡуйырға. Үҫенте тамырына һипкән саҡта әлеге ҡатнашманы 1:20 иҫәбенән ҡулланырға кәрәк. Был ашламанан һуң тупраҡта үҫемлектәр өсөн файҙалы селәүсендәр барлыҡҡа килер.

40 мл нашатыр спиртын 10 литр һыуға ҡушып, сезонға өс тапҡыр баҡса еләге төптәрен һәм рәт араларын иртә яҙын, сәскә атҡас һәм еләген йыйғас эшкәртергә кәрәк. Нашатыр азотҡа бай ашлама һәм ҡоротҡостарға ҡаршы яҡшы сара булып тора.

Баҡса еләгенән мул уңыш алам тигәндәргә 10 мл. йодты 10 литр һыуға ҡушып, ошо ҡатнашма менән үҫентеләрҙе ун көнгә бер эшкәртеп торорға кәңәш ителә. 5 литр йылы һыуға 50 грамм ҡоро гәрсис һалып, ике көнгә ултыртып ҡуйырға. Ошо ашламаға тағы ла 5 литр һыу өҫтәргә һәм еләккә һибеп сығырға кәрәк. Шулай уҡ 1 литр һыуға 2-3 ҡалаҡ ҡайнатылған әрем ҡатнашмаһы һалып ашлау ҙа ҡоротҡостарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк, ти баҡсасылар.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: