ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткән ашы бешерәбеҙ

Рецебы ябай: 

Кесерткән ашы бешерәбеҙ
Кесерткән ашы бешерәбеҙ

Яҙ көнө бер-ике тапҡыр булһа ла файҙалы кесерткән ашы ашап ҡалырға кәрәк.

Уны таҙа урындарҙан ғына йыйып, һалҡын һыуҙа яҡшылап йыуырға кәрәк. Эҫе һыуҙа еңелсә бешекләп алғас, һыуын һарҡытырға. Ҡайнап торған шулпаға йәки һыуға картуф һалып ҡайнатып сығаралар. Ҡыҙҙырылған һуған һәм кишерҙе ҡушҡас, ваҡ итеп туралған кесерткәнде өҫтәйҙәр. Аш бешеп сығыр алдынан туҡылған 1-2 йомортҡа йәки ыумас ҡушалар. Файҙалы ризыҡты табынға ҡаймаҡ менән бирәләр. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: