Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Уны үлән бете, ҡыяр кебләһе тип тә йөрөтәләр. Саҡырылмаған "ҡунаҡ"тан нисек ҡотолорға?

Һыналған өс ысул тәҡдим итмәксебеҙ.

Уны үлән бете, ҡыяр кебләһе тип тә йөрөтәләр. Саҡырылмаған "ҡунаҡ"тан нисек ҡотолорға?
Уны үлән бете, ҡыяр кебләһе тип тә йөрөтәләр. Саҡырылмаған "ҡунаҡ"тан нисек ҡотолорға?

Баҡсалағы үләнде бетенән нисек ҡотолорға? Тәжрибәле баҡсасылар бер нисә ысул ҡуллана.

 Беренсе ысул буйынса, шыршы төнәтмәһен ҡуллана. Бының өсөн 500 грамм самаһы сеймал йыйып, уға 2 литр һыу һалырға. Төнәтмәне 7 көн һаҡлайҙар ылыҫлы концентратҡа 1: 7 нисбәтендә һыу өҫтәп, ҡыуаҡтарға һәм башҡа үҫемлектәргә һиптерәләр.

Икенсе ысул. 100 грамм гәрсис онтағын бер биҙрә ҡайнар һыуға һалып, ике тәүлек төнәтәбеҙ.Ҡулланыр алдынан тағы бер биҙрә һыу өҫтәйбеҙ. Япраҡтарға яҡшыраҡ йәбешһен өсөн 50 грамм кер  һабыны ҡырып һалабыҙ.

Өсөнсө ысул. 200 грамм һуған ҡабығына 10 литр йылы һыу ҡоябыҙ. Бер нисә көндән һуң төнәтмәне һөҙөп, үҫемлектәрҙе эшкәртәбеҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: