Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

"Бәләкәстәрегеҙҙең сабый сағы һағындырыр әле". Ҡайһылай дөрөҫ һүҙҙәр

Йәш саҡта бер-бер артлы бала үҫтергәндә арып та кителгәндер инде. Күрше инәйҙең ошо һүҙҙәренә ни тиклем тәрән мәғәнә һалынған булған...

Балаларҙың сабый ваҡыттары
Үтеп китә икән тиҙ генә,
Һөйөлөр ҙә наҙланыр мәлдәре
Эленмәй ҙә ҡала күҙеңә.
Әсәй менән атай өҙгөләнеп,
Йүгерешеп донъя көтәләр,
Ә балалар,һиҙҙермәйсә генә
Бала саҡ иленән китәләр.
Күрмәй ҙә ҡалырһың буй еткәнен,
Сабып барып тормош атында,
Һырылмаҫ та, һөйҙөрәм,тип,үҙен,
Баҫып тормаҫ инде алдыңда.
Балағыҙҙы,үҫеп етмәҫ элек,
Тупылдатып һөйөп ҡалығыҙ,
Күңеленә ғүмергә етерлек
Ата-әсә наҙын һалығыҙ.
Бер ҡайғыһыҙ,ғәмһеҙ генә булһын
Елеп кенә үтер ҡолон саҡ,
Йылдар төпкөлөндә тороп ҡалыр
Атай,әсәйле саҡ,бала саҡ.

Фәйрүзә Зиянбердина

"Бәләкәстәрегеҙҙең сабый сағы һағындырыр әле". Ҡайһылай дөрөҫ һүҙҙәр
"Бәләкәстәрегеҙҙең сабый сағы һағындырыр әле". Ҡайһылай дөрөҫ һүҙҙәр
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: