ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Гөлдәр шаулап үҫһен өсөн

Кәңәштәр:

Гөлдәр шаулап үҫһен өсөн
Гөлдәр шаулап үҫһен өсөн

Бының өсөн шәкәр, һөт, цитрус ҡабыҡтарын ҡулланырға мөмкин. Шәкәр - үҫемлектәрҙе туҡландырыуҙың тәбиғи ысулдарының береһе. Шәкәр глюкоза һәм фруктозаға тарҡала. Глюкоза үҫемлектәрҙең энергия сығанағы һанала. Гөлдәргә һибер өсөн 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомон 0,5 литр һыуҙа болғатып сәскәләргә һибергә.

Сәскә атыусы үҫемлектәргә кастор майы бик килешә. 1 сәй ҡалағы майҙы 1 литр һыуға һалып бутарға. Был ҡатнашманан гөлдәр тиҙ үҫә, ауырымай һәм күп сәскә ата.

Ағас көлөн флористар ауырыуҙарҙан профилактика сара булараҡ ҡулланырға кәңәш итә. Көлдө 1 күнәк һыуға 100-150 гр самаһы һалып бутайҙар һәм һибәләр. Тик бындай ҡатнашма менән айға бер генә туҡландырыу кәрәк.

Цитруслы үҫемлектәрҙең ҡабығы ла бүлмә гөлдәрен яҡшы туҡландыра. Ҡабыҡтарҙы һыуға һалып, 1 тәүлек тотҡандан һуң үҫемлектәргә ҡойоп сыҡһаң була.

Ай һайын һыуға аспирин һалып һипһәгеҙ, өйҙәге үҫемлектәр ауырымаҫ. Бының өсөн1 литр һуға 0,5 төймә лә етә. Аспирин "эскән" гөлдәр ҡуйы булып тиҙ үҫә.

Алоэ һуты ла тәбиғи ашлама индереү сараһы. Ул гөлдәргә ныҡ булып үҫергә ярҙам итә. 0,5 литр һыуға 1 сәй ҡалағы алоэ һуты ҡушып һибергә.
Һөт тә гөлдәргә файҙаһы (1 литр һыуға 1 сәй ҡалағы иҫәбенән яһала) тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Һөт ҡушылған һыуҙы гөлдәргә һибергә һәм япраҡтарын һөртөргә кәңәш ителә, япраҡтарҙы һөртөр өсөн 1:10 иҫәбенән яһала. Был аҙнаға бер генә эшләнә.

Автор фотоһы. 

https://vk.com/bashkortvk

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: