Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Күршенең бына ни өсөн ҡарағат емеше турғай башы һымаҡ.Серен белдем бит!

Ҡош тиҙәге менән ашлағыҙ.Уларҙа тиреҫкә ҡарағанда ла туҡлыҡлы матдәләр күберәк, азот, фосфор, калий, кальцийға бай. Әҙерләү еңел генә.

Ҡош тиҙәген айырым һауытта әсетергә, аҙна тотһаң, файҙаһы нығыраҡ. Бер биҙрә ҡош тиҙәгенә ун биҙрә һыу ҡушып әҙерләнә. Ҡарағат, крыжовникты туҡландырағанда файҙаһы ҙур. Ҡош тиҙәге ашламаһы менән ҡарағат ҡыуаҡтары сәскә ҡойғандан һуң, емешкә төймәләнгәндә туҡландырыла.

Ҡарағат менән крыжовниктың тамырҙары өҫтә таралып үҫә, уларҙы ҡояш нурҙарынан һаҡлау өсөн күмеп тороғоҙ, зыян килмәһен. Ҡыуаҡтар яҡшы уңыш менән шатландырһын! 

Күршенең бына ни өсөн ҡарағат емеше турғай башы һымаҡ.Серен белдем бит!
Күршенең бына ни өсөн ҡарағат емеше турғай башы һымаҡ.Серен белдем бит!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: