ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ырымдарға ышанырғамы? Улар нигеҙендә иҫкәртеү ята бит

Ауырлы ҡатын-ҡыҙға сигергә, бәйләргә, тегергә, сәс киҫергә һәм буярға, фотоға төшөргә ярамай. Шулай уҡ балаға кәрәк-яраҡтарҙы алдан алмаҫҡа, бала көтөү тураһында берәүгә лә һөйләмәҫкә, йәмһеҙ әйберҙәргә ҡарамаҫҡа ҡушалар. Боронғонан килгән бындай “кәңәш”тәрҙе нисек ҡабул итергә, ырымдарға ышанырғамы-юҡмы? Был һорауға яуапты табыу өсөн әлеге ырымдарҙың асылына төшөнөргә тырышайыҡ.

Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү баланың ҡарында кендек ебенә уралып быуылыуына килтерергә мөмкин, тип әйтәләр. Бындай ышаныуҙар ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң? Элегерәк бәйләү-тегеү эштәре менән мауыҡҡан ҡатын–ҡыҙҙар үҙ-үҙен ҡарамай, бала табыуға әҙерләнмәй тип һаналған. Шуға ла бала тапҡанда уға ауырға тура киләсәк тигән фекер йәшәгән, шул рәүешле кендек ебенә уралыу тураһындағы ырым барлыҡҡа килгән дә. Бөгөн иһә, киреһенсә, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү йөклө ҡатын-ҡыҙға яҡшы тәьҫир итә, тынысландыра тип һанала. Бары тик бер позала оҙаҡ ултырмаҫҡа кәңәш ителә.
Сәс киҫеү баланың ғүмерен ҡыҫҡартыу, тиҙәр. Элегерәк оҙон сәс матурлыҡ һәм сәләмәтлек билдәһе булып торған. Ауырыу ҡатын-ҡыҙҙар ғына сәс киҫә, тимәк, уның сәләмәт бала табыуы ла шикле тип һаналған. Сәс буяуҙарындағы химик матдәләр иһә организмға үтеп инеп ҡарындағы балаға зыян һалырға мөмкин, тип киҫәтәләр. Бөгөн иһә психологтар, киреһенсә, йышыраҡ бөҙрәханаларға, матурлыҡ салондарына барырға кәңәш итә. Сөнки үҙен матур тип һанаған ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе лә күтәренке була. Заманса сәс буяуҙары иһә балаға бер нисек тә тәьҫир итмәй, ти косметологтар.
Йөклө ҡатын-ҡыҙ фотоға төшһә, ҡарындағы бала үҫеше туҡталырға мөмкин тиҙәр. Был ырымдың да ябай аңлатмаһы бар. Урта быуаттарҙа фотоға бай ҡатын-ҡыҙҙар ғына төшкән. Ә улар ныҡ сәләмәтлек менән айырылып тормаған. Һөҙөмтәлә, уларҙың бала юғалтыу осраҡтары ла йыш булған.
Балаға уҙыуҙы сер итеп һаҡларға ҡушыла, сөнки шул рәүешле күҙ тейҙерергә мөмкин, тип һанала. Бындай ышаныу элегерәк яңы тыуған балаларҙың үлем осраҡтары йыш булғанға барлыҡҡа килгән. Бөгөн дә психологтар 12 аҙнаға тиклем йөклө булыу тураһында артыҡ күп һөйләмәҫкә ҡушалар. Сөнки бала юғалтыу осраҡтарының күп өлөшө нәҡ беренсе семестрға тура килә.
Балаға кәрәк-яраҡтарҙы алдан әҙерләүҙе лә насарға юрайҙар. Был ышаныу шулай уҡ элегерәк бала тапҡанда үлем осраҡтарының күп булыу һөҙөмтәһендә тыуған. Бөгөн иһә балаға карауат-колясканы, кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы алдан алып ҡуйыу буласаҡ әсәгә тыныслыҡ бирә тип һанала. Бала тапҡандан һуң уға магазин юлында йөрөргә тура килмәйәсәк.
Йөклө ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ әйберҙәргә ҡараһа, бала ла йәмһеҙ йәки төрлө тайпылыштар менән тыуырға мөмкин тип һанала. Элегерәк йөклө ҡатын-ҡыҙ матурға ҡарап, яҡшы тәьҫирҙәр генә кисерергә тейеш тип иҫәпләнгән. Был ырымға бөгөн дә ышанырға була. Буласаҡ әсәгә ыңғай тәьҫирҙәр һис кенә лә ҡамасауламай. Кире кисерештәрҙән иһә йөклө ҡатын-ҡыҙҙы азат итергә кәрәк.

Сығанаҡ: Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2003040

Ырымдарға ышанырғамы? Улар нигеҙендә иҫкәртеү ята бит
Ырымдарға ышанырғамы? Улар нигеҙендә иҫкәртеү ята бит
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: