ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

АРЫП КИТТЕҢМЕ? ЯЛ ИТ!

Арып киттеңме? Ял итеп ал! Нисекме? Ошо 6 ысулды файҙалан:

АРЫП КИТТЕҢМЕ? ЯЛ ИТ!
АРЫП КИТТЕҢМЕ? ЯЛ ИТ!

Арып киттеңме? Ял итеп ал! Нисекме? Ошо 6 ысулды файҙалан:

Яҡшы компанияла сәй (ҡәһүә, какао) эсеү. Үҙең генә лә мөмкин. Ҡайнар эсемлектәр йылыта һәм яҡшы кәйеф булдырырға ярҙам итә. Шулай уҡ моңһоу уйҙарҙан арындыра, хәл индерә.

Тәмле еҫ таратыусы шәм ҡабыҙыу. Ял итеү, тынысланыу өсөн бына тигән ысул! Төрлө майҙар нерв системаһын тынысландыра.

Китап уҡыу. Паркта, һыуыҡ көндә өйҙә йылы юрғанға төрөнөп китап уҡыу ауыр мәсьәләләрҙе, тормош мәшәҡәттәрен онотоп торорға ярҙам итә.

Тәҙрәгә ҡарау. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тәҙрәгә ҡарау ыңғай кисерештәр бирә.

Тәбиғәт тауышын тыңлау. Был ысын тәбиғәт тауышы ла, аудиояҙма ла булырға мөмкин. Ҡоштар, шарлауыҡ  тауышы, диңгеҙ шауы, баҡалар баҡылдауы... Былар барыһы ла кәйефте күтәрә һәм тынысландыра.

Һәйбәт фильм йәки сериал ҡарау. Уны дуҫтар менән ҡарарға ла, шунан бергәләп бәхәс ҡуйыртырға ла мөмкин.

https://vk.com/public159989788

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: