Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тормоштан ҡәнәғәт йәшәү өсөн кәңәштәр

Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ бик ҡәнәғәт йәшәрһегеҙ!

Тормоштан ҡәнәғәт йәшәү өсөн кәңәштәр
Тормоштан ҡәнәғәт йәшәү өсөн кәңәштәр

* Иртәнсәк уянғас та яңы тыуған көндө ҡаршылау бәхете бүләк иткән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйт.
* Иртә торорға ғәҙәтлән. Ял көндәрендә иртәнге 9-­ҙан ҡалма.
* Иртәле-кисле һалҡынса һыу менән са­йынып алыу файҙалы.
* Алдағы көндө нимә кейереңде кистән хәстәрлә.
* Маҡсаттар ҡуй.
* Был донъяның кеме генә юҡ. Һәр береһен тәрбиәләп маташма.
* Көн дә 15-60 минут саф һауала йөрөп кил.
* Һәр уңышың өсөн маҡтау көтмә - үҙ күңелеңде үҙең күреп өйрән. Мәҫәлән, атҡарып сыҡҡан берәй ауыр эштән һуң театрға барып ял итеп кил.
* Белемеңде арттыр, яңы һәнәр йә файҙалы ғәҙәт үҙләштер.
* Һәр эште күңел һалып башҡар.
* Хәҙерге тормошоң һиңә оҡшамай икән, нимәнелер үҙгәрт.
* Үҙ көсөңә ышан. Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡма.
* Атаң менән әсәңде фәрештә тип
һана.
* Ауыҙыңа нимә ингәнде һәм ауыҙыңдан нимә сыҡҡанды бел.
* Дүрт һаның теүәл булып та эшең алға бармай икән, тимәк, һин — ялҡау, йә мыжыҡ, йә ҡурҡаҡ.
* Тураһын ярып әйтеү - батырлыҡ түгел. Кешенең йөҙөн йыртмайынса әйтер һүҙеңде еткереү — аҡыл билдәһе.
* Гел аҡса ғына уйлап йөрөмә. Тормош­тан ләззәт алыу өсөн байлыҡ та кәрәкмәй. Бәхет — үҙеңдә.

Тормоштан ҡәнәғәт йәшәү өсөн кәңәштәр
Тормоштан ҡәнәғәт йәшәү өсөн кәңәштәр
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: