Әлеге көндә прокуратура эшмәкәрлеге күп яҡлы һәм хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙең бөтә өлкәһенә лә ҡағыла.
Прокуратура органдарының төп бурысы – граждандарҙың социаль, хеҙмәт һәм торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Мәләүез район-ара прокуроры Евгений Вәлиев менән әңгәмәләштек.
- Евгений Ғәзинур улы, үткән йылға ҡыҫҡаса күҙәтеү яһағыҙ әле?
- Үткән йылда 650 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе ҡарары сығарылды. 200-ҙән ашыу граждандар эше ҡаралды. Социаль яҡлау категорияһына инмәгән граждандарҙың торлаҡ хоҡуғын тергеҙеү буйынса 17 дәғүә ғаризаһы судҡа ебәрелде. Мең ярымдан артыҡ халыҡтың төрлө өлкәләрҙәге мөрәжәғәттәре хәл ителде.
- Халыҡ күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?
- Район халҡын хеҙмәт өлкәһендәге мөнәсәбәттәр, коммуналь хеҙмәт, дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемалары борсой.
- Коррупцияға ҡаршы көрәш нисек алып барыла?
- Дәүләт һәм муниципаль органдарында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте үтәүгә етди иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә ошо өлкәлә 68 хоҡуҡ боҙоу теркәлде. Вазифа биләгән 23 кеше дисциплинар, 3-һө административ яуаплылыҡҡа тарттырылды , 1-һе эш урынынан бушатылды, 3 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
- 2017 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан Экология йылы итеп иғлан ителгәйне. Шуға бәйле тәбиғәтте һаҡлау буйынса тикшереү эштәре алып барылдымы?
- Әлбиттә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бик киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Шуға күрә тәбиғәтте һаҡлауға айырым иғтибар бүленде. Район-ара прокуратура тарафынан тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәтте дөрөҫ файҙаланыу өлкәһендә 134 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлеп, 44 кеше - дисциплинар, ә 42-һе администартив яуаплылыҡҡа тарттырылды. Тикшереү барышында урындағы уҙидара органдарының вазифалы шәхестәрҙең законһыҙ ер участкаларына эйә булыу факттары асыҡланды. Шуға бәйле 3 енәйәт эше асылды, федераль әһәмиәтле, айырыуса һаҡланған участкалар тартып алыныуы теркәлде, шул иҫәптән – «Башҡортостан милли паркы”. Был факт буйынса урындағы үҙидара органы етәксеһенә ҡарата енәйәт эше тикшереү өсөн судҡа йүнәлтелде.
- Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Уларға намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ә гәзит уҡыусыларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ил тыныслығы теләйем.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!Киләсәктә еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!