Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов етәкселегендәге мәғлүмәт-эш төркөмө Һарыш ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.
Биләмәгә Аҡназар, Мотай һәм Һарыш ауылдары инә. Бында йәшәгән халыҡ элек-электән күпләп мал, ҡош-ҡорт тотоуы менән айырыла. Бөгөн дә шәхси ярҙамсыл хужалыҡ тотҡандар байтаҡ. 8 крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Уларҙың да күбеһе малсылыҡ менән шөғөлләнә. Шуға ла йыйылышҡа килгәндәрҙең күбеһен мал итен һатыуға сығарыуҙы сикләгән регламент ғәмәлгә инеүе аңлашмаусанлыҡ ҡына түгел, ә ризаһыҙлыҡ та тыуҙыра.
-Махсус һуйыу урынына алып барып салдырыу, айырым цехтарҙа эшкәртеү ҙур ғына сығым талап итә. Әгәр ҙә ябайлаштырылған система уйлап табылмаһа, мал тотоуҙың бөтөнләй файҙаһы ҡалмаясаҡ. Ә малсылыҡ үҙен иҡтисади яҡтан аҡламай икән, киләсәктә мал һарайҙары бөтөнләй буш ҡалыуы ла бар, - ошо хаҡта борсолоу белдерҙе һарыштар.
Шулай уҡ ауыл хужалығы малдарын тамғалау йәки бирка тағыу, чип ҡуйыу буйынса һорауҙар яңғыраны. Уларға дәүләт ветеринария күҙәтеүе территориаль бүлеге белгесе Евгения Тарасова ентекле яуап бирҙе. Бирка тағыу процедураһы малды, уның эйәһен һәм ғаилә ағзаларының һаулығын һаҡлау өсөн мөһим сара булыуын билдәләне, сөнки йыш ҡына йорт хайуандары йоғошло сирҙәрҙе таратыусы булып тора.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Булатов үткән йылғы эшмәкәрлек тураһында сығыш яһағас, мәғлүмәт-эш төркөмөнә халыҡтың үтенес-мөрәжәғәттәрен еткерҙе. Мотай, Аҡназар ауылдары халҡы оло юл аша сыҡҡан малдарҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында “Мал ҡыуыу” тигән билдә ҡуйыуын һорай. Һарыштарҙы яҙғы-көҙгө ямғырлы осорҙа автобус туҡталышындағы павильон һыу аҫтында ҡалыуы борсой, шуға бәйле, бинаны өҫкәрәк урынлаштырыу зарурлығы билдәләнде.
Район-ҡаланың эске эштәр бүлеге участка уполномоченныйҙары начальнигы Салауат Ғәлиәхмәтов ауылдарҙа законһыҙ спиртлы эсемлек һатыусыларға, көмөшкә ҡыуыусыларға закон ҡәтғиләшеүен һыҙыҡ өҫтөнә. Шулай уҡ түләмәҫ йәки сиратлап көтмәҫ өсөн көтөүгә ҡыумаған мал эйәләренә ҡарата талап көсәйеүен иҫкәртте. Балиғ булмаған балаларҙың мәшғүллегенә, имен булмаған ғаиләләргә иғтибарҙы көсәйтеү мәсьәләһен күтәрҙе. Ғөмүмән, Һарышта үткән Хакимиәт көндәрендә башлыса һүҙ халыҡтың, иҡтисадтың хәүефһеҙлеге һәм именлеге тураһында барҙы.
Һүрәттә: Һарыш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Булатов үткән йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһай.