Биләмәләрҙе төҙөкләндереү, йәшелләндереү айлығы сиктәрендә район-ҡалала экология өмәләре дауам итә. Унда бөтә милек төрөндәге ойошмалар, предприятиелар, белем биреү учреждениелары ҡатнаша.
Социаль әһәмиәтле акцияға район һәм ҡала хакимиәттәре структура подразделениелары ла дәррәү ҡушылды. Улар Ленин урамындағы күперҙән Спорт һарайына тиклем Мәләүез йылғаһының ике яҡ ярын сүп-сарҙан таҙартты.
Әйтергә кәрәк, был - ҡалала күп кеше йөрөгән һәм шулай уҡ иң сүпле урындарҙың береһе. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә балыҡ ҡармаҡлаған балыҡсылар артынан ғына ҡалмай көнкүреш ҡалдыҡтары. Бында шулай уҡ әүҙем ял итергә яратыусыларҙан һуң да пластик шешәләр, пакеттар, бер тапҡыр ҡулланылған һауыт-һаба ятып ҡала. Йылға буйлап өҫтән ағып төшкән ҡый-ҡыпыр ҙа торбаға тығылып ҡала күренешен йәмһеҙләй. Улай ғына ла түгел экологияға хәүеф янай. Шуны иҫәпкә алып, йылғаларҙы, уның ярҙарын көнкүреш ҡалдыҡтарын таҙартыу артабан да алып барыласаҡ. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы территориаль комитеты мәғлүмәте буйынса төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү акцияһында бөтәһе 2575 кеше ҡатнашҡан. Унда 15 берәмек техника йәлеп ителгән һәм 25 тоннаға яҡын сүп-сар сығарылған.
Һүрәттә: Мәләүез йылғаһы яры ҡыш буйы йыйылған сүптән таҙарынды.