Ялан буйлап теҙелгән тирмәләр Һабантуйға байрам йәме өҫтәне. Унда булған һәр кем тарихҡа тағы ла байҡау яһамайынса ҡалмай. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр.
Быйыл Һабантуйға бөтәһе ундан ашыу тирмә ҡоролғайны. Шуныһы үкенесле - йылдан-йыл уларҙың һаны кәмей бара.
Жюри ағзалары быйыл иң ҙур баһаны Салауат исемендәге, «Ашҡаҙар» кооперативтарына, «Иҙел» йәмғиәтенә ҡуйҙы.
Даниловка ауылы ҡыҙы, китапханасы Рита Ибәтуллина.