Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2018, 13:17

Үҙ хоҡуғыңды беләһеңме???

Замана менән бергә ҡанундар үҙгәреп тора, айырыуса күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы һорауҙар күп. Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығының Мәләүез бүлеге начальнигы Әхмәт ӘБДРӘШИТОВ ҡулланыусы мөрәжәғәтендә йыш осраған һорауҙарға яуап бирә.

Замана менән бергә ҡанундар үҙгәреп тора, айырыуса күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы һорауҙар күп. Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығының Мәләүез бүлеге начальнигы Әхмәт ӘБДРӘШИТОВ ҡулланыусы мөрәжәғәтендә йыш осраған һорауҙарға яуап бирә.
- Фатир һатып алырға уйлайбыҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Барлыҡ күсемһеҙ мөлкәтте һатып алыр алдынан иң тәүҙә уның тарихын өйрәнеү мөһим. Уны Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан (КМБДР) алынған күсермә ярҙамында белергә
мөмкин. Документта бинаның барлыҡ мәғлүмәттәре бирелә: кадастр һаны, күсемһеҙ милектең төрө, адресы, уның эйәләре.
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү датаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Уны белгәндә, судҡа дәғүә ғаризаһын тапшырыу һәм килешеүҙе тарҡатыу тураһында ваҡытында асыҡларға мөмкин.
- Күптән түгел фатир һатып алдым. Ремонт эшләр алдынан уның планировкаһын үҙгәртергә булдыҡ. Таныштар әйтеүенсә, бының өсөн тәүҙә рөхсәт алыу мотлаҡ. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк һуң?
- Һәр торлаҡ бинаһының планировкаһын үҙгәртеү ҡала хакимиәте йәки үҙегеҙ йәшәгән урындағы төбәк етәкселегенең рөхсәтенә ярашлы башҡарылырға тейеш. Бының өсөн мөлкәт документтарын, ғариза, планировка проектын тапшырырға кәрәк. Ә инде фатирҙағы үҙгәртеү эштәре тамамланғас, ҡабул итеү комиссияһы акт менән раҫлай. Һуңынан уны һәм яңы техник документты электрон формала йәки үҙеңә Күп функциялы үҙәккә тапшырыу мотлаҡ.
- Ирем менән ике айға ялға китергә йыйынам. Фатирҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырыу ҡурҡыныс. Бындай хәүефтән үҙеңде һаҡлау сараһы бармы?
- Һәр кем милкен үҙенең ҡатнашлығынан тыш һатыуҙы тыйырға хоҡуҡлы. Бындай ғаризаны Күп функциялы үҙәктә ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ ғаризаны электрон формала www.rosreestr.ru cайты аша тапшырырға ла мөмкин. Яҙма күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелә һәм теләһә ҡайһы һатып алыу барышында етди тикшерелә. Был төр хеҙмәт түләүһеҙ һәм дәүләт пошлинаһы ла алынмай.
Читайте нас: