Башҡортостандың Мәләүез районында 14 июлдә икенсегә ҡыҫала тотоу фестивале ойошторола. «Иштуған» мәҙәни-балыҡсылыҡ хужалығында уҙғарылған фестивалдә, йәшенә ҡарамай, теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Республика тәүге ҡыҫала тотоу фестивале былтыр июлдә үткәрелде һәм ҡатнашыусыларҙың юғары баһаһын алды.
«Башҡортостанда ғаилә менән әүҙем ял итеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара фестиваль форматында ойошторола, бында килгән һәр ҡунаҡ ҡатнашыусыға әүерелә. Ойоштороусылар тематик һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре, экологик һәм туристик квестар, күңел асыу һәм белем биреү программалары әҙерләгән. Бынан тыш, фестивалдең символы — «Ҡыҫала» арт-объекты эшләнгән. Һәр ҡатнашыусы ҡыҫала тотоу ҡоралы яһап, үҙҙәренең бәхетен һынап ҡарай ала», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Туризмды үҫтереү үҙәге вәкиле Анастасия Лапина.
Уның һүҙҙәренсә, фестиваль барышында муниципалитеттарҙа туризмды үҫтереүҙең мөһим темаларын тикшереү өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторола. Фекер алышыуҙа республика муниципалитеттары вәкилдәре, шулай уҡ ваҡиғалар туризмын үҫтереү өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша.
«Фестивалдә яңғыраған мәғлүмәттәр ҡатнашыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, уның торошо өсөн шәхси яуаплылығын арттырырға ярҙам итер, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләр тип өмөтләнәбеҙ», — тине фестивалде ойоштороусы Сергей Колесников.