Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Сентябрь 2018, 18:47

Юлда праваһыҙ

Рәсәйҙәргә водитель таныҡлығынан башҡа машина йөрөтөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал.

Рәсәйҙәргә водитель таныҡлығынан башҡа машина йөрөтөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Дөрөҫөн әйткәндә, уның төп нөсхәһенән тыш. Бының өсөн ЮХХДИ-ла мобиль ҡушымта уйлап сығарырға тәҡдим итәләр. «Башланғысты ғәмәлгә ашырған осраҡта планшеты булған автоинспекторҙың смартфон йөрөткән водитель менән әңгәмәләшеү ваҡыты ярайһы уҡ ҡыҫҡара, сөнки бер гаджетты икенсеһенә яҡын килтереү ҙә етә, унда бөтә мәғлүмәт яҙылып сыға. Мәҫәлән, юл транспорты ваҡиғаһын йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәү ваҡыты биш минутҡа тиклем ҡыҫҡара», - ти ЮХХДИ башлығы урынбаҫары Владимир Швецов. Дәүләт автоинспекцияһының ошондай башланғысы Рәсәй Президентының 2018 йылдағы Май Указы һәм документтар әйләнешен һанлаштырыу менән бәйле.
Читайте нас: