Киләһе йыл Башҡортостаныбыҙ 100 йыллығын билдәләй. Республикабыҙҙың иң ҙур байлығы, оло ғорурлығы - ул киң күңелле халҡы һәм милләт-ара дуҫлыҡ. Башҡорт илендә урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт һәм башҡалар икенсе тыуған йортон тапҡан. Беҙҙең класта ғына ете милләт вәкиле белем ала, төрлө телдә һөйләшһәк тә, үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙ тыуған телебеҙҙә аралаша, гәзит-журналға яҙыла. Беҙ иһә ғаиләбеҙ менән “Аманат”, “Шоңҡар” журналдарын, “Киске Өфө”, “Көнгәк” гәзиттәрен алдырабыҙ, улар аша республика, район-ҡала яңылыҡтары, мәҙәни донъяһы менән танышабыҙ.