Бүлек начальнигы Валерий Суслов әйтеүенсә, район эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлексәһендә ике тиҫтәгә яҡын оператив состав бар. Коллективта оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барған һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергәндәр ҙә байтаҡ. Улар араһында - полиция майоры Давид Абдрахманов, Дмитрий Козырский, капитан Олег Сироткин, өлкән уполномоченныйы Максим Ланюгов. Енәйәт тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Андрей Бобриков ғүмеренең 25 йылыношо эшкә бағышлаған. “Хеҙмәтебеҙ тураһында һандар һәм факттар һөйләй. Быйыл ҡылынған енәйәттәрҙең 50 проценты асыҡланған. Был күрһәткестәр буйынса республикала иң яҡшы бүлектәр иҫәбендәбеҙ”, - ти Валерий Анатольевич.