Шуға бәйле район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов рәйеслегендәге комиссия эш башланы. Шишәмбелә үткән ултырышта төбәк етәксеһе буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар менән аралашты. Егеттәрҙең физик әҙерлеге, һөнәри белеме, ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ буласаҡ һалдаттарға, армияға барырға теләйһеңме, тигән һорауға яуап бирергә тура килде. Яҡташтарыбыҙҙың бөтәһе лә хәрби хеҙмәткә ыңғай ҡарауы ҡыуандырҙы.