Халыҡ араһында гәзитте әүҙем таратыуҙы һәм 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын әүҙемләштереү маҡсатында “Көнгәк” һәм “Путь Октября” гәзиттәренең “Иң яҡшы йәмәғәт таратыусыһы” һәм “Иң яҡшы почтальоны” конкурсы иғлан ителә.
Матбуғат кампанияһы һөҙөмтәһе буйынса һәр конкурста өсәр еңеүсе билдәләнәсәк, уларға Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.
Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт менән Воровский урамы, 6 адресы буйынса редакцияның подписка бүлегендә танышырға мөмкин.
Белешмә өсөн телефон: 3-03-30, 8-927-920-57-50.