Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2018, 13:00

Фажиғәгә кем сәбәпсе?

Тағы ла шул селфи
Үҙҙәренең тиҫтерҙәре араһында “текә”леген күрһәтергә теләгән үҫмерҙәр яңынан-яңы мажара уйлап таба. Шуларҙың береһе - күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығы буйлап “сәйәхәт” итеү. Улар үҙҙәрен руферҙар тип атай. “Руфинг”- яңы атама, бейеклектә төрлө ракурста фотоға төшөү. Маҡсаттары- кеше күҙенә салынмаған матурлыҡты күрергә маташыу, тыныслыҡ эҙләү. Был - үҫмерҙәр араһында иң хәүефле йүнәлештәрҙең береһе. Бейеклектә аяҡ тайыуы, көслө ел, таныш түгел тауыштан тертләп яңылыш баҫыу һәм имгәнеү мөмкин, шулай уҡ бейеклектән ҡолап һәләк булыу ихтималы ла ҙур.
Подвалда һағалаған бәлә
Енәйәттәрҙең күпселеге күп фатирлы йорт подвалдарында теркәлә, шунлыҡтан белгестәр уны хәүефле урындарҙың береһе тип һанай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һәм үҫмерҙәр, ололар иғтибарынан ситкә тайпылып, буш ваҡыттарын ошондай урында уҙғарырға тырыша. Подвалда йылытыу, һыу һәм канализация системалары үтә, электр үткәргестәр ҙә ошонда урынлашҡан. Көҙгө осорҙа унда эт-бесәйҙәр йыйыла, үрсей.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 83-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: