Йыл һайын Рәсәйҙә 450 меңдән ашыу инсульт осрағы теркәлә.
Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында 2006 йылда 29 октябрь Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителде. Быйыл был дата “Беҙ инсульттан көслөрәк” девизы менән үтә.
Ауырыу баш мейеһе ҡан әйләнеше боҙолоуы сәбәпле барлыҡҡа килә. Уның билдәләренә дөйөм хәлһеҙлек, ҡул, аяҡ ойоу, насар күреү, телмәр боҙолоу, баш ауыртыу, уҡшытыу, ҡоҫоу, кәүҙә тигеҙлеген юғалтыу һәм башҡалар инә.
Йыш ҡына инсультҡа шик булғанда сирленән йылмайыуын (ирендең бер яҡ сите күтәрелмәй), ҡулдарын күтәреүен (береһе күтәрелмәй), берәй һүҙ әйтеүен (ауырлыҡ менән әйтә) һорайҙар. Атап киткәндәрҙең бер генә билдәһе булғанда ла, медицина ярҙамын саҡыртығыҙ.
Татьяна ХОЛОСТОВА, поликлиника мөдире.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 86-сы һанында уҡығыҙ.