ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
21 Ноябрь 2018, 16:59

Иң мөһиме - сәләмәт тормош

Йыл һайын ноябрҙә диабетҡа ҡаршы көрәш көнө үткәрелә. Быйыл ул “Сир бөтә ғаиләгә ҡағыла” темаһы менән уҙҙы.

Йыл һайын ноябрҙә диабетҡа ҡаршы көрәш көнө үткәрелә. Быйыл ул “Сир бөтә ғаиләгә ҡағыла” темаһы менән уҙҙы.
Шәкәр диабеты менән ауырығанда ҡандағы глюкоза кимәле күтәрелә. Уның сәбәптәре төрлө, шулай ҙа нәҫелдә булыуы, артыҡ һимеҙлек һәм аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында сирләгәндәр күберәк. Бөгөн донъяла 425 миллион кешенең ошо сир менән ауырыуы мәғлүм. Сирҙе алдан асыҡлау, ваҡытында дауалау ҙур әһәмиәткә эйә. Бының өсөн ваҡытында медицина тикшереүе, диспансеризация үтеү мөһим. Иң йыш осрағаны 2-се типтағы диабет.
Зөбәржәт ӘМӘКӘСЕВА, үҙәк район дауаханаһы эндокринологы.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 92-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: