Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уларҙы тормоштарындағы мөһим байрам менән тәбрикләп, бәләкәстәргә бәхетле бала саҡ, атай-әсәй, яҡындарының һөйөү һәм хәстәрен тойоп, республикабыҙҙың тулы хоҡуҡлы граждандары булып үҫеүен теләне һәм район Хакимиәте исеменән бүләкләне.