Яңыраҡ Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала “Мөхәмәтша Буранғолов сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре” китабы авторы Нурислам Ҡалмантаев, шулай уҡ Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының артистары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда студенттар, боронғо дәүер ауыҙ-тел ижадының аҫыл ҡомартҡыларын еткереүсе арҙаҡлы шәхестең Ырымбур өлкәһе Тәңес ауылынан яҡташтары ла килгәйне.