Осрашыуға күбеһе инвалидлыҡ алыу, шифаханаға юллама, дөрөҫ дауаланыу, сәләмәтлек торошона бәйле һорауҙар менән килгәйне. Ҡабул итеүҙә һәр мөрәжәғәт иғтибар менән тыңланып, тейешле яуаптар һәм кәңәштәр алды. Үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин менән берлектә борсоған мәсьәләләр хәл ителде. Һуңынан Гөлнара Фаат ҡыҙы поликлиникала һәм дауалау учреждениеһының бүлексәләрендә булды.