Ике йылда Рәсәйҙә “Һаҡсыл поликлиника” системаһы индереләсәк, ул пациенттарҙың сиратын 3-4 тапҡырға кәметергә тейеш. 2021 йылға бөтә балалар медицина учреждениелары яңы стандартҡа күсерелә.
РФ Президенты В. В. ПУТИН Мөрәжәғәтнамәһенән.
“Земство докторы” программаһында ҡатнашыу өсөн йәш сикләүҙәре булмаясаҡ. Ауылға күсергә теләгән 50 йәштән өлкәнерәк врачтарҙың да миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыу хоҡуғы буласаҡ, ә фельдшерҙарға 500 мең һум түләнәсәк.
Онкологияға ҡаршы көрәшкә милли проект сиктәрендә триллион һум йүнәлтеләсәк.
РФ Президенты В. В. ПУТИН Мөрәжәғәтнамәһенән.
Ауырыуҙарҙы кәрәкмәгән белешмәләр йыйыуҙан азат итеү маҡсатында өс йыл дауамында медицина учреждениелары, дарыухана, врач, пациент араһында электрон бәйләнеште яйға һалыу бурысы ҡуйылды.
РФ Президенты В. В. ПУТИН Мөрәжәғәтнамәһенән.
Рәмилә КҮСКИЛДИНА, пенсионер:
Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡ һаулығын һаҡлауға ҙур урын
биреүе ҡыуаныслы. Хроник сирем миңә даими рәүештә медицина учреждениеһына
йөрөргә талап итә. Ҡайһы ваҡытта сираттан ҡурҡып ҡына ла поликлиникаға барғым
килмәй ине. Һуңғы йылда бер аҙ алға китеш күҙәтелә. Регистратураның асыҡ булыуы,
врачҡа электрон яҙылыу мөмкинлеге пациенттарҙың хәлен күпкә еңеләйтте.