Үткән шәмбелә үҙ биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыуға, ҡар ырғытыуға 177 ойошма, атап әйткәндә 4926 кеше сыҡты. Йыйылған сүпте ситкә сығарыуҙа 38 берәмек техника ҡатнашты. Төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса саралар аҙна һайын ойоштороласаҡ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ йәшәгән, эшләгән урындарҙы таҙартыуға бөтәбеҙ ҙә ҡушылайыҡ!