Күмертау ҡала дауаханаһы поликлиникаһында апрелдә Онкология амбулатор ярҙамы үҙәге асылды. Бында онкологтар, рентгенологтар, паллиатив ярҙам табибы, уролог ҡабул итә, рентген кабинеты, УЗИ, ФЭГДС, маммография кабинеттары бар. Көндөҙгө стационарҙа пациенттарҙың белгестәр күҙәтеүе аҫтында дарыу терапияһы алыу мөмкинлеге бар.