Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, тәбиғәт парктары, балалар экологик ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре үҙ биләмәләрен йәшелләндереү һәм тәртипкә килтереү буйынса саралар планы әҙерләнә. "Парктар маршы" Халыҡ-ара акцияһында Башҡортостан 1996 йылдан ҡатнаша. "Парктар маршы" - тәбиғәтте һаҡлау буйынса ойошторолған сара. Ул йәмәғәтселектең, урындарҙағы властарҙың иғтибарын тирә-яҡты һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла.
Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә. Ҡоролманың оҙонлоғо 668 метр була. Эштәр 12 июндә башлана.
Федераль ведомствонан уға 2 миллиард һум бүленәсәк.
Республика рустары оло ҡорға йыйыла
25 апрелдә "Башҡортостан рустары соборы" съезы уҙа. Унда төрлө район-ҡалаларҙан 300-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Йыйын барышында милли-мәҙәни үҙәктәр, халыҡ кәсепселәре, нәшриәт-китапханалар, төрлө предприятие-ойошмалар ҡатнашлығында күргәҙмә уҙғарыла.