Совет һәм Рәсәй эстрадаһы легендаһы Юрий Шатуновтың Рәсәй ҡалалары һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре буйынса гастролдәре ҙур уңыш менән бара.
Ихлас, асыҡ, хисле һәм һөйкөмлө артист үҙенең тамашасыһын, йылдар үтһә лә, матур йырҙары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Шул уҡ йәш моңло тауыш, бөтәһенә лә таныш стиль, һөйкөмлө һәм мәңгелек беренсе мөхәббәт, дуҫлыҡ, ихласлыҡ темаһы.
Концерттарҙың береһе лә “Белые розы”, “Метель”, “Детство”, “Седая ночь”, “Розовый вечер” кеүек йырҙарһыҙ үтмәй.
Юрий Шатуновтың “Не молчи” тип аталған концертына яңы композициялар ингән. Күренекле яҡташыбыҙҙың гастроль туры ярты йылдан ашыу бара һәм ҙур аншлаг йыя.
Ҡатыны һәм балалары Германияла йәшәй. Хәләл ефете уны төрлө яҡлап хуплай һәм ярҙам итә. Гастролдән түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Йырсы өсөн ғаиләһе - бөгөн иң мөһим ҡиммәт.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертау районы (бөгөн Көйөргәҙе районы) Савельевка ауылында тыуған.