Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Рәсәй Президенты немец фашистары баҫҡынсыларына ҡаршы яуҙа һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һалды.
Сарала шулай уҡ Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, Президент Хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, оборона министры Сергей Шойгу, Юғары Суд рәйесе Вячеслав Лебедев, Хөкүмәт һәм парламентарийҙар ағзалары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.
Рәсәй Президенты шулай уҡ Александровкий баҡсаһындағы Герой-ҡалалар обелисктарына сәскәләр һалды.