Шағирға һәйкәл ҡуйыу Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған саралар программаһы сиктәрендә планлаштырылғайны. Шуға күрә уны асыу тантанаһын V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына тап килтерергә хәл ителде.
Бронзанан ҡойолған алты метрлыҡ Бабич һыны Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдында тора. Уны ҡуйыу урыны осраҡлы һайланмаған, шағир үҙенең көрәштәше Зәки Вәлиди урамында өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «ҡаршы алып» торор.
Ижади концепцияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле авторы булараҡ билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук тормошҡа ашырған.