Йомаҡ ауылында үткән “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамы олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы.
Яғымлы һүҙҙәр, моңло йырҙар, күңелдәргә йылылыҡ өҫтәгән ҡотлауҙар, осрашыуҙар халыҡты дәртләндереп йәшлеккә алып ҡайтты.
Был сара йыл да әллә күпме ауылдаштарҙы, яҡташтарҙы, туғандарҙы бергә туплай. Шуныһы ҡыуаныслы: бында егәрле, шул уҡ ваҡытта рухлы кешеләр йәшәй. Ауылдың тарихы ла бай, ғорурланырлыҡ данлыҡлы шәхестәр бар. Өлкән быуын вәкилдәре тап бында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаша, йәштәргә үткәндәр тураһында еткерә.
Байрам менән ҡотлап, Ергән ауыл биләмәһе рәйесе урынбаҫары Олег Зөбәйеров ағинәйҙәргә Рәхмәт хатттары тапшырҙы. Ауыл күркен, ҡотон һаҡлап, матур йорттар һалып ингән Тимерғәле Ишҡолов, Ришат Сәғитов, гөл сәскәле баҡсаһы менән шатландырған Рәхилә Тарханова, Гөлнара Абдуллиналар ҙа ситтә ҡалманы. Байрамда ауылдың матур йорттарын билдәләп, уңған кешеләрен, ғаиләләрен билдәләп, хөрмәтләп үтелде.
Бында күптән түгел башлап ебәргән кәсеп - кейеҙ баҫыу ҙа алға китте. Бай күргәҙмәгә ауылдаштар үҙ баһаларын биреп, уңыштар теләне, киләсәктә лә был шөғөл алға китһен, халыҡты йәлеп итһен тигән теләктәр әйтелде.
Сара матур һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Ергәндән килгән ҡунағыбыҙ Зиннәт Мәхмүтовтың йырҙарын тыңлап халыҡ ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙе. Күмертау ҡалаһынан килгән ҡунаҡ - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нурия Хәлилова мөнәжәттәр көйләп, ауылдаштарға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
Яҡташтарҙы йыйып кәңәш ҡороп, ауылдың киләсәген хәстәрләй йомаҡтар. Мәсет төҙөү ҙә дәррәү бара, был ҡыуаныслы хәл. Бағымсы ярҙамын крәҫтиән фермер хужалыҡтары Александр Крючин, Әмир Зөбәйеровтар күрһәтә.
Һәр сараны ойоштороу ваҡыт, көс талап итә. Был байрамды Сәлих һәм Мәйсәрә Ишҡоловтарға, Эльвира Ибәтуллинаға һәм башҡаларға ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.