ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
24 Июль 2019, 16:53

Бөтә республика яугирҙәре – йәйләүҙә

“Яугир” ойошмаһы башҡорт йәштәрен үҫтереү, рухын, көсөн арттырыу, башҡорт эшҡыуарлығын күтәреү, халыҡты спортҡа әйҙәү маҡсаты менән 2011 йылда булдырыла. Әммә 2014 йылға тиклем ул “Башкирское казачество” тип атала ине. Әлеге ваҡытта ойошмала 350 тирәһе кеше, уларҙың араһында 50 эшҡыуар, иҫәпләнә. Уның Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында һәм райондарҙа филиалдары бар.

“Яугир” - берҙәм һәм йылдан-йыл үҫешеп килгән ойошма. Уның һәр бер ағзаһы башҡорт халҡы, республика өсөн тырышып эшләй, төрлө саралар ойоштора.
Шуларҙың береһе - “Яугир йәйләүе - 2019” туристар слёты Сурағол утарында гөрләп үтте. Килгән бөтә ҡунаҡтар саранан ҡәнәғәт ҡалды. Ысынлап та, йәмле Ағиҙел буйында үткән байрам олоһон да, кесеһен дә хайран ҡалдырҙы.
Тантаналы өлөшөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова үҙ теләктәрен әйтеп үтте. Йәш ҡурайсы “Һалдат маршы” һәм “Шайморатов генерал” көйҙәрен уйнап, барыһының да йөрәктәрен елкендерҙе. “Яугир” ойошмаһының яңы ағзаларына танытмалар тапшырылды.
Көн барышында милли көрәш, уҡтан атыу, кикбоксинг һәм волейбол ярыштары уҙғарылды. Кескәйҙәр атта йөрөнө, башҡорт халыҡ уйындарында үҙҙәренең етеҙлеген, сослоғон, оҫталығын тикшереп ҡараны, бүләктәр алды. Ҡаҙанда бешкән тәмле аш, былау еҫтәре тирә-йүнгә таралды. Өҫтәлдә Дәүләкән, Баймаҡ һәм Тәүәкән яҡтарынан килтерелгән файҙалы ҡымыҙ ҙа булды.

Материалдың тулы вариантын гәзиттең 60-сы һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: