Боронғо бик боевой бисәкәй-Бәхернисаның баш балаһының бәләкәй балаһы Булат билбауына балтаһын, бысағын бәйләп Брәтәк буйына балыҡҡа барған. Бер бәрҙенән башҡа балыҡ булмағас, Барыйҙың бесәнлегендә бөрлөгән, бәшмәк, балтырған, быҙауына бесән барларға булған. Бесәнлектә бисураларҙың байрамы барғанын белгән. Бутый бисураларҙың бер биҙрә бал балын, биш банка буҙаһын бәргән. Бисуралар Булатты баҫтыра башлаған. Булат баш бисураның башына бысағын, ботона балтаһын бәргән. Баш бисура баҡыра-баҡыра балнисҡа барған. Балниста бисураның башын бинтләп-бинтләп бәйләгәндәр, ботона брус беркеткәндәр. Булат Бәштин буйындағы быуаға боҫҡан. Быуа башындағы Барыйҙың быуаҙ бейәһе Бутыйҙы болғап-болғап быуаға быраҡтырған.Булат буҫығып, бүртенеп, буҡылдай-буҡылдай бата башлағас, баҡалар быны бүрәнәгә баҫтырған.